МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, минераль һыуҙарҙың тәбиғи инештәре. М.һ.с. минераль ләмдәрҙең барлыҡҡа килеүе м‑н бергә бара. Башҡортостандың Урал алдында М.һ.с. пермь, һирәгерәк карбондың карбонатлы һәм сульфатлы тоҡомдарына тура килә, составында сульфатлы кальций, сульфат‑хлорид, кальций‑натрий һәм хлоридлы натрий булған кислород‑азотлы тоҙло һыу өҫтөнлөк итә (1—10 г/л). Уларға Аҫҡын, Тирәкле (Архангел р‑ны), Көмөш шишмә (Асҡын р‑ны), Бөрө минераль һыу сығанаҡтары, Уржум минераль һыу сығанаҡтары, Тоҙло шишмә (Бөрө р‑ны), Ташаҫты (Ғафури р‑ны), Берғамыт, Красный Ключ, Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, Талалаевка (Стәрлетамаҡ р‑ны) кеүек М.һ.с. ҡарай. Урал алды бөгөлөнөң һынылыштар зонаһына радонлы (Ҡорғаҙаҡ, Красноусол М.һ.с. 11‑се сығанағы) һәм көкөртлө водород (Күҫәләр көкөртлө һыу сығанағы һ.б.) һыуҙарының баҫымлы М.һ.с. туракилә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында урғылыусы Асы сығанағы билдәле. Бер нисә М.һ.с. нигеҙендә “Асы”, “Красноусол”, “Танып” һ.б. шифаханалар эшләй. 

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке