АЛАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Белорет р‑ндары буйлап Үрек й. үрге ағымынан Оло Шешәнәк й. (Еҙем й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөкө 2—3 км, абс. бейеклеге 845 м. А. — Еҙем һәм Нөгөш йй. басс. һыу айырғысы. 7 яҫы түбәһе айырылып тора, төп һырттан ваҡ йылғаларҙың һыу айырғысы булған бик күп ваҡ армыттар китә. Рельефы асимметриялы: көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы һөҙәк. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора, улар үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә яланғаслана.

Көнбайыш битләү итәктәрен төрлө үләнле урман аҡландары биләй, өҫтәрәк икенсел ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә, улар 550 м бейеклектә — ҡарағайлы киң япраҡлы (йүкә, урыны м‑н йыла, имән), түбәләрҙә киң япраҡлы урман м‑н алмашына. Көнсығыш битләүҙәрен ҡарағай, ш. уҡ ҡарағас ҡатыш ҡайын-уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Һырт түбәләрендә казак артышы м‑н үҫемлектәрҙең таулы урман-дала төрө таралған.

18 б. 2‑се ярт. алып урмандары Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке