МИНЕРАЛЬ ЛӘМДӘР, с а п р о п е л д ә р, физик‑химик һәм биохимик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күл, һаҙлыҡ, быуа һ.б. минераль һәм органик ултырмалары. Минераллашҡан йәки тоҙло һыу һеңгән М.л. коллоидтары алюмин һәм тимер окисы гидраттарынан, көкөртлө тимерҙән һәм балсыҡ бөртөксәләренән тора. М.л. бальнеотерапияла, а.х. ашлама итеп ҡулланыла. Башҡортостандың Урал алдында дөйөм күләме яҡынса 50 млн м3 булған М.л. Ағиҙел, Дим йй. басс. иҫке үҙәндәрендә, Ҡандракүлдә, Асылыкүлдә, минераль һыу сығанаҡтары һ.б. эргәһендә осрай. Һирәнтоба күле (Ғафури р‑ны) ҡара, ҡуйы һоро һәм һоро М.л. тора, уларҙың дымлылығы 42,6—49,7%, уртаса күләм ауырлығы 1,34 г/см3, үҫемлек ҡалдыҡтары, 3% ҡом м‑н сүпләнгән, составында 3,8—4,0% органик матдәләр, 0,13—0,16% сульфид бар, 3,7 г/л минералланған; сульфатлы натрий- кальцийлы. Башҡортостандың Урал аръяғында дөйөм күләме 120 млн м3 ашыу булған иң ҙур М.л. ятҡылыҡтары Талҡаҫ, Оҙонкүл, Өргөн, Сыбаркүл һ.б. күлдәргә тура килә. Мулдаҡкүл ҡара М.л. ғибәрәт, уларҙың дымлылығы 83%‑ҡа тиклем, күләм ауырлығы 1,25 г/см3; сульфатлы, хлорид‑натрийлы. М.л. “Асы”, “Красноусол”, “Ҡарағай”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау” һ.б. шифаханаларҙа ҡулланыла.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке