МИНЕРАЛОГИЯ (минерал һәм ...логия), минералдарҙың составын, үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, барлыҡҡа килеү шарттарын һәм үҙгәрештәрен, ш. уҡ уларҙы яһалма синтезлау, практик яҡтан файҙаланыу шарттарын һәм ысулдарын өйрәнгән фән. М. — геол. циклдағы иң боронғо фән, 18 б. унан геология, 19 б. — кристаллография, петрография, 19 б. аҙ. — 20 б. башында — файҙалы ҡаҙылмалар тәғлимәте, геохимия, металлогения, 20 б. каустобиолиттар т‑да тәғлимәт, кристалдар химияһы һ.б. айырылып сыға. Физика, химия һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. М. тикшеренеү объекттары — минераль индивидтар, агрегаттар, парагенезистар һәм минерал ассоциациялары. Тасуирлау, генетик, эксперименталь, төбәк, йыһан, ғәмәли М. бүленә. Минераль составты өйрәнеүҙең лаб. ысулдарына оптик, рентгенографик, термик, электрон микроскопик, спектроскопик, резонанслы, рентген‑спектраль һ.б. ысулдар инә. Башҡортостан минералдары т‑дағы тәүге тасуирламалар 1768—74 йй. Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусыларҙың хеҙмәттәрендә бирелә; В.И.Севергиндың ҙур минералогик “ер тасуирламаһында” (1809) Башҡортостан Уралының 23 минераль ҡатламы күрһәтелә, вивианит һәм гематит т‑да беренсе мәғлүмәттәр килтерелә. 1826—75 йй. край терр‑яһында 48 минерал асыла, тәүге тапҡыр Илмән, Сейәле һ.б. һырттарҙа осраған магнезит, уваровит, кобальт минералдары һ.б. тасуирлана (Н.П.Барбот де Марни, Н.И.Кокшаров, А.Я.Купфер, Н.Г.Меглицкий, Д.Менге), 80‑се йй. 34 минерал, ш. иҫ. Оло Башарт хромит ятҡылығының минераль составы, яҙып алына; уларҙың генезисы өйрәнелә (П.Е.Еремеев, А.П.Карпинский, П.В.Чернышёв, А.А.Штукенберг һ.б.). 20 б. 1‑се ярт. вулкан һәм ультраһелтеле тау тоҡомдарының (А.Н.Заварицкий, Б.Н.Кротов, Г.А. Соколов, А.Е.Ферсман һ.б.), марганец мәғдәндәренең (А.Г.Бетехтин, В.В.Ланин һ.б.), Баймаҡ‑Таналыҡ зонаһының һәм Башҡортостандың Урал аръяғы төньяҡ өлөшөнөң колчедан формацияларының (В.А. Заварицкий, Т.Н.Шадлун, С.А.Юшко һ.б.), ултырма ҡатламдарҙың (Г.В.Вахрушев, В.М.Годлевский һ.б.) минераль составы тикшерелә; беренсе башҡ. алмасы һәм вольфрам минералдары тасуирлана (В.А. Зильберминц, В.П.Покровский һ.б.). 20 б. 2-се ярт. “Башкиргеология” ПБ, “Башнефть”, “Уралзолоторазведка” һ.б. тарафынан геология‑разведка эштәрен үткәреү һәм респ. минераль ресурстарын өйрәнеү м‑н бәйле М. артабан үҫеш ала. 1951 й. башлап Геология институтында тикшеренеүҙәр алып барыла. Баҡыр колчеданы мәғдәндәренең, бокситтарҙың, титан мәғдәне сығанаҡтарының, эклогиттарҙың минераль составы өйрәнелә; башлыса микроскопик ҙурлыҡтағы кристалдары йәки ҡатмарлы үҙгәреүсән составы булған 75 минерал яҙып алына: диаспор, гроссуляр, лавсонит, омфацит, пумпеллиит, станоидит, хлорит һ.б. (К.И.Александров, А.А.Алексеев, М.И.Исмәғилев, И.В.Ленных, А.А.Малахов, М.Ғ.Моталов, В.А.Прокин, Г.Н.Пшеничный һ.б.), минералдарҙың геохимияһы б‑са тикшеренеү эштәре бара (Г.И.Беликова, А.В.Павлов, И.А.Хәйретдинов һ.б.). 1962 й. Фёдоровка р‑ны Алаштан а. эргәһендә табылған яңы минерал — калистронцит тасуирлана (Н.Н. Воронова). Бөтә Рәсәй минералогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге эшләй (1969 й. алып).

Әҙәб.: Вопросы минералогии и геохимии руд и горных пород Южного Урала. Уфа, 1976. 

 А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке