МИНЕРАЛ (лат. minera — мәғдән), Ерҙә һ.б. планеталарҙа физик‑химик процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, составы һәм үҙенсәлектәре бер булған тәбиғи есем, тау тоҡомдарының ҡушма өлөшө. М. башлыса ҡаты есем, һирәк кенә шыйыҡ (терегөмөш) һәм газ хәлендәге (тәбиғи газ) М. осрай. Кристаллы, аморф (аҡ аҡыҡ, гәрәбә һ.б.) һәм метамиктлы М. айырыла. М. — органик булмаған берләшмәләр; һирәгерәк органик матдәләр (органик кислота тоҙҙары, ҡаты углеводородтар һәм ҡаҙылма ыҫмалалар). Бер составлы, ләкин төрлө кристалл структуралы М. төрлө минераль төрҙәргә индерелә (алмас һәм графит). М. төрҙәре химик составында, үҙенсәлектәрендә һәм морфологияһында ҙур булмаған үҙгәрештәр булыуы м‑н билдәләнә, улар кристалл структуралағы үҙгәрештәргә ҡағылмай (тау гәлсәре һәм аметист, ҡыҙыл яҡут һәм зәңгәр яҡут). М. составы уның химик формулаһында күрһәтелә. М. типтары (ябай матдәләр, сульфидтар, окиселдар һәм гидроокиселдар, кислород к‑таларының тоҙҙары, галогенидтар), кластары, ярым кластары (яҡыныраҡ химик үҙенсәлектәре һәм бәйләнеш тибы булған М.), бүлектәре (дөйөм структур билдәле М.) айырыла. Айырым кристалдар һәм бөртөктәр — минераль индивидтарҙы, уларҙың бер‑береһенә йәбешкән үҫентеләре минераль агрегаттарҙы барлыҡҡа килтерә. Кристалл структура һәм үҫеү шарттарына ҡарап төрлө ҡиәфәттәге (габитуслы) М. кристалдары хасил була: изометрик, призматик, тәңкәле, бағаналы, энәле һ.б. Һалынған бөртөксәләрҙең морфологияһы б‑са кристаллы (друзалар, дендриттар, щёткалар), бөртөклө, тығыҙ, тупраҡлы һәм һарҡып сыҡҡан массалар, сферолиттар, конкрециялар һ.б. бүленә (ҡара: Кристалдар химияһы). М. физик үҙенсәлектәре эске структураһы һәм химик составы м‑н билдәләнә. М. диагностикаһының нигеҙе булған физик үҙенсәлектәргә тығыҙлыҡ, механик (ҡатылыҡ, йәбешкәклек, айырмалылыҡ һ.б.), оптик (төҫ, ялтырауыҡ, үтә күренеүсәнлек, яҡтылыҡ һынылышы һ.б.), магнит, электр сифаттары, радиоактивлыҡ инә. Таралыуы б‑са тау тоҡомон булдырыусы, икенсе дәрәжәләге (акцессор), һирәк М. айырыла. М. абразивтар, аҫыл таштар, биҙәү таштары һ.б. итеп ҡулланыла; сәнәғәттә синтетик М. эшләп сығарыла (гранат, кварц, корунд). БР‑ҙа магматик, метаморфик, ултырма сығышлы билдәле М. күп (А.А.Малахов баһаһы б‑са, 275 М. асылған), шулар араһында һирәк М.: лавсонит, селлаит, калистронцит (1962 й. Фёдоровка р‑нында асылған). 

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке