МИНДӘК, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Уралтау һыртындағы Уҫаҡтау тауынан (920 км) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Учалы р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Иштәк й. тамағында йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Урал й. (тамағынан 2320 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 60 км, басс. майҙаны 926 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Яңы Байрамғол а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 4,3 м3/с. Йылға басс. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүе сиктәрендә урынлашҡан. Үрге ағымдағы ландшафы ҡараһыу һоро урман‑тау тупрағындағы ҡайын‑ҡарағай урмандарынан, түбәнге ағымында — йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡыяҡлы далаларҙан тора. Үрге ағымда басс. 80%‑ын, түбәнге ағымда 15%‑ын урман ҡаплаған. Йылғала Ҡаҙаҡҡол а. янында быуа төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: Маҙар, Табылғашты, Рәзтәк, Ҡыраҡа, Шәгәр йй. (бөтәһе лә — һул). 

 В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.