МИНАЧЁВ Хабиб Миначевич улы (24.12.1908, Ҡазан губ. Яңы Бикшек а. — 25.3.2002, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1979), ГДР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1983), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Химия ф. д‑ры (1954), проф. (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1939) РФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑тында эшләй (1963 й. алып лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре углеводородтарҙың катализаторҙар, ш. иҫ. элементтарҙың периодик системаһының 8‑се төркөм металдары нигеҙендәге катализаторҙар булғанда әүерелеүҙәре, цеолиттарҙы һәм ерҙә һирәк окиселдарҙы өйрәнеүгә бәйле. Уның тарафынан Бөтә союз нефть сәнәғәте ҒТИ м‑н берлектә Y цеолитын синтезлау ысулы һәм аллилацетатты пропиленды окиселлы ацетоксилирлау юлы м‑н алыуҙың каталитик ысулы тәҡдим ителә, улар 1968 й. һәм 1976 й. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелә. Тиофенды С4—С5 углеводородтарын көкөртлө водород м‑н тәьҫир иттереп синтезлау өсөн (гетероцикллау реакцияһы) составына ерҙә һирәк элементтар ингән эффектлы алюмохромкалий катализаторы уйлап табыла, уның тәжрибә‑сәнәғәт партияһы Синтетик каучук өсөн мономерҙар ҒТИ‑нда (Ярославль ҡ.) һәм НИИнефтехимдың тәжрибә заводында пиперилендың көкөртлө водород м‑н тәьҫир итешкәндә 2‑метилтиофен алыу барышында үтә. 900‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 150 уйлап табыу авторы. “Нефтехимия” (1989—2000), “Химия твёрдого топлива” (“Ҡаты яғыулыҡ химияһы”; 1982—95) ж. баш мөхәррире. СССР Дәүләт (1977), Н.Д.Зелинский ис. (1972, 1987), СССР һәм ГДР ФА‑ның (1983, 1989), А.Л.Баландин ис. (1992) пр. лауреаты. Ленин (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975), “Почёт Билдәһе” (1967) орд. м‑н бүләкләнгән. Х е ҙ м.: Приготовление, активация и регенерация цеолитных катализаторов. М., 1971 (авторҙ.); Редкие земли в катализе. М., 1972 (авторҙ.); Окислительно‑восстановительный катализ на цеолитах. М., 1990 (авторҙ.). 

У.М.Джемилев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Х.М.Минасов

Текст на русском языке