МИЛЬКОВ Фёдор Николаевич (17.2. 1918, Вологда губ. Доровая а. — 15.10. 1996, Воронеж ҡ.), физик‑географ. Геогр. ф. д‑ры (1949), проф. (1949). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Мәскәү өлкә пед. ин‑тын тамамлаған (1938). Фәнни тикшеренеүҙәре СССР‑ҙың физик географияһына һәм ландшафты өйрәнеү ғилеменә арналған. М. тарафынан Көньяҡ Урал далаларын тикшереү нигеҙендә гео‑ график ландшафт һәм антропоген ландшафт т‑да тәғлимәт нигеҙләнә, ландшафт һәм физик‑географик районлаштырыу үткәрелә. 1985 й. алып Рус география йәмғиәтенең почётлы ағзаһы, 1947—51 йй. Ырым- бур бүлегенең рәйесе. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Чкаловские степи. Чкалов, 1947; Естествоиспытатели Оренбургского края. Чка- лов, 1950; Ландшафтная сфера Земли. М., 1970. 

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.