МИКРОЭЛЕМЕНТТАР, организмдарҙа аҙ миҡдарҙа (массаһы б‑са 0,001% һәм кәмерәк) булған химик элементтар. Кәрәкле (баҡыр, бром, иод, кобальт, марганец, тимер, фтор, цинк) һәм кәрәк булған (алюмин, молибден, никель, селен, стронций) М.; металл һәм металл булмағандарға бүленә. Улар үҫемлектәргә — тупраҡ (актив күсерелеү), атмосфера (пассив диффузия) аша, хайуандарҙың организмына мал аҙығы һәм һыу м‑н инә. М. араһындағы нисбәттең боҙолоуы ниндәй ҙә булһа бер элементтың етешмәүенә һәм ошоға бәйле сирҙәрҙең үҫешенә килтерә: үҫемлектәрҙә — үҫеүҙең тотҡарланыуы, биол. продуктлылыҡтың кәмеүе, хлороздарҙың, некроздарҙың үҫешеүе, хайуандарҙа — эндемик атаксия, бор энтериты, кобальтоз (ҡара: Географик патология). Культуралы үҫемлектәрҙә М. етешмәүен — микроашламалар ҡулланыу, хайуандарҙың организмында ҡоро мал аҙыҡтары, концентрат мал аҙыҡтары составына М. тоҙҙары йәки уларҙың һыуҙағы эретмәләрен өҫтәү юлы м‑н бөтөрәләр. Тупраҡтың химик составы, органик матдәләрҙең инеүе, рН дәүмәле, башҡа элементтарҙың, айырыуса кальций һәм фосфорҙың булыуы үҫемлектәрҙә элементтарҙың тупланыуын үҙгәртә. Кальций тимерҙең, цинктың, кобальттың, марганецтың, хромдың һ.б. үҫемлектәр өсөн үтеүсәнлеген кәметә. М. тупраҡта башлыса насар эрегән йәки эремәгән формалары була. Борҙың һәм баҡырҙың ҡуҙғалмалы формалары ҡара тупраҡта осрай, еңел тупраҡта — молибдендың, әсе көлһыу тупраҡта — кобальттың, һоро һәм каштан тупраҡта — цинктың, ҡара тупраҡта марганецтың етешмәүе асыҡланған. Марганец, молибден миҡдары күп булған тупраҡта йөрәк гликозидтарының; титан, баҡыр, марганец, кобальт — алкалоидтарҙың; баҡыр, хром, никель — флавоноидтарҙың; ванадий, баҡыр, молибден, никель — кумариндарҙың; марганец, баҡыр, молибден, кобальт, ванадий, стронций — дуплай торған матдәләрҙең; марганец, баҡыр, кобальт, стронций — витаминдарҙың; барий, тимер, марганец, молибден, стронций — сапониндарҙың; хром, ванадий полисахаридтарҙың тупланыуына булышлыҡ итә. Башҡортостанда респ. тупраҡтарында М. миҡдары 1958 й. алып Биология институтында өйрәнелә (В.К.Ғирфанов, Н.Н.Ряховская, А.С.Шарова һ.б.). “Башҡортостан” агрохимия хеҙмәте үҙәгендә, “Ишембай” агрохимия хеҙмәте станцияһында һ.б. тупраҡта М. булыуын билдәләү башҡарыла. 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан Аграр университетта (Н.Н.Алек- сандров, С.А.Ивановский, Э.Р.Исмәғилева, В.Г.Кирилов, Н.А.Судаков, Т.П.Филипповский һ.б.) һәм Ветеринария лабораторияһында (Т.А.Богданович, З.А.Урманов һ.б.) а.х. малының эндемик сирҙәрен диагностикалау, профилактикалау һәм дауалау ысулдарын табыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 20 б. 90‑сы йй. БДМУ‑ла Н.В.Кудашкина, Е.О.Мартынюк, Т.И.Плеханова тарафынан М. респ. төрлө райондарында дарыу үҫемлектәренең тәьҫир иткән матдәләренең бәйләнеше өйрәнелгән. Дарыу үҫемлектәре сеймалын әҙерләүҙе уларҙа микро- йәки макроэлементтар инеүен иҫәпкә алып үткәреү, улар етешмәгәндә тупраҡҡа микроашламалар сифатында ҡайһы бер элементтарҙы индереү б‑са тәҡдимдәр индерелгән. Р.М.Бәширова, А.Ю.Касьянова, Кудашкина тарафынан кумариндарҙың айыу ҡурайында булыуы кобальт сульфаты күләменә һыҙыҡлы булмаған бәйләнеше билдәләнгән. 90‑сы йй. аҙ. Н.В.Старова етәкс. экосистемаларҙың микроэволюцияһында элементтарҙың биол. роле, тупраҡ‑үҫемлек бәйләнеше тикшерелгән. Бажатта — мышаяҡтың һәм стронцийҙың, сәскән ҡарабойҙайҙа никелдең, кобальттың, хромдың артыҡ тупланыуы был элементтарҙың тупраҡта күпме булыуына бәйләнмәгәнлеге билдәләнгән.

Әҙәб.: Микроэлементозы сельскохозяйственных животных в Башкирии: сб. науч. тр. Уфа, 1967; Г и р ф а н о в В.К., Р я х о в с к а я Н.Н. Микроэлементы в почвах Башкирии и эффективность микроудобрений. М., 1975; П л е х а н о в а Т.И., К у д а ш к и н а Н.В., М а р т ы н ю к Е.О. Геохимическая характеристика лекарственных растений некоторых районов Башкортостана //Здравоохранение Башкортостана. 2002. №2; Б а ш и р о в а Р.М., К а с ь я н о в а А.Ю., К у д а ш к и н а Н.В. Влияние внесения сульфата кобальта на содержание кумаринов в Angelica archangelica L. //Химия растительного сырья. 2004. №1.

Г.В.Базекин, В.М.Вәлиев, Н.В.Кудашкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.