МИӘШӘГӘР, Әй й. басс. һаҙлыҡ. Салауат р‑ны Миәшәгәр а. эргәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 227 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,09 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1697 мең м3. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Дарыулы ҡырҡъяпраҡ, ерек ҡураһы, зәһәр лютик, ҡарағат, Лобель аҡһырғағы, муйыл, тал, һаҙ томбойоғо һ.б. үҫә. Ҡоралай, мышы, сытырҙаҡ сөрәгәй, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Күсәр ҡоштар (ҡаңғылдаҡ аҡҡош, һаҙ ҡаҙы) туҡтала. 

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке