МИӘКӘ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Миәкәбаш а. көньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай аға, Яңы Алексеевка а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртеп, Дим й. (тамағынан 293 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 49 км, басс. майҙаны 564 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Миәкәтамаҡ а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 м3/с. Басс. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан тора, ҡырсынташлы ҡа‑ ра тупраҡта далалар осрай. Үрге ағымда басс. 30%‑ын, түбәнге ағымда 15%‑ын урман ҡаплаған; 48%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: Шылтырҙыҡ, Ҡырғыҙ‑Миәкә йй. (икеһе лә — һул). 

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке