МИАСКИТ (Мейәс й. исеменән), һелте составлы интрузив магматик тау тоҡомо, нефелинлы сиениттың бер төрө. 70% калий‑натрийлы ялан шпатынан һәм плагиоклаздан, 20% нефелиндан һәм 5—10% биотиттан тора; һирәгерәк кальцит, амфибол йәки пироксен ҡушылмалары була. Акцессор минералдар: сфен, апатит, магнетит. Альбитланған М. циркон, ортит, пирохлор, ферсманит, эшинит осрай. Структураһы уртаса һәм эре бөртөклө, текстураһы гнейсҡа оҡшаш, һыҙыҡлы йәки төрлө составлы. Төҫө асыҡ һоронан ҡуйы һороға тиклем. Кремнезём м‑н туйындырылмаған магманың кристалланыуы ваҡытында барлыҡҡа килә. Йөҙләү ташы итеп ҡулланыла. Тәүге тапҡыр Көньяҡ Уралда табылған (Илмән һырты).

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.