МӘХМҮТОВ Ким Зөфәр улы (11.1.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Аҡъялан а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2000). БАХИ‑ны тамамлаған (1968). 1962 й. алып Учалы р‑нының “Байрамғол” с‑зында зоотехник булып эшләй. 1973—76 йй. һәм 1983—87 йй. БНИПТИЖиК‑та өлкән ғилми хеҙм‑р. 1976 й. башлап М.Ғафури ис. к‑здың һимертеү комплексы идарасыһы, 1977 й. — Мәләүез р‑нының “Һуҡайлы” с‑зы, 1980—83 йй. — ш. уҡ райондың “Бүздәк” с‑зы директоры. 1987 й. алып Дәүләкән р‑нының “Урал” к‑зы, 1989 й. — “Благоварскагропромхимия” ПБ рәйесе, 1992 й. — “Азамат ЛТД” ҒПП (Өфө) директоры. 1994—97 йй. һәм 2001—02 йй. БДАУ‑ҙа, 1997—2001 йй. “Башкирский” агрохимия хеҙмәте үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге продукция йылҡысылығы һәм башҡорт аты селекцияһы, ш. уҡ ҡошсолоҡ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. М. ҡатнашлығында башҡ. аты тоҡомдарының махсус төрҙәрен сығарыу ысулдары һәм схемаһы, өйөрҙөң һөҙөмтәле структураһы һ.б. эшләнә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Продуктивное птицеводство. Уфа, 1997; Продуктивное коневодство. Уфа, 1999; Коневодство Башкортостана. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке