МӘСКӘҮ ЯРУСЫ (Мәскәү ҡ. исеменән), карбондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Башҡорт ярусында ята, ҡасим ярусы м‑н ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан Мәскәү эргәһендә айырып күрһәтелә (1890). Диңгеҙ карбонаттарынан һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминифер, мәрйен, брахиопод, бүздәк, энә тирелеләр, конодонт хас. Верея, кашира, подольск, мячков ярым ярустарына һәм солонцов, имәндәш, еҙем, ташлы төбәк горизонттарына бүленә. Башҡортостандың платформа өлөшөндә һәм Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә — саҡматаш (һирәгерәк — аргиллит) ҡатыш карбонатлы тоҡомдарҙан (ҡалынлығы 300—400 м тиклем); Йылайыр синклинорийында — флишҡа оҡшаш ҡатламдарҙан (ҡомташ, аргиллит, эзбизташ), золотогорск свитаһынан һәм күгәрсен свитаһының өҫкө өлөшөнән (ҡалынлығы 500 м тиклем); Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендә ер үҫемлектәренең эҙҙәре булған кардаил свитаһының терриген-карбонатлы ҡатламдарынан (ҡалынлығы 700 м тиклем) ғибәрәт. 

Е.И.Кулагина

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке