МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы (20.8.1946, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Исмаил а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), геол.‑минералогия ф. д‑ры (2006), проф. (2008). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың (2000) атҡ. геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы (2013). Пермь политехник ин‑тын тамамлаған (1972). 1966 й. алып Бөрө геол. эҙләнеүҙәр контораһының өлкән геологы, 1973 й. — Краснохолмский быраулау эштәре идаралығының смена нач., геол. бүлеге нач. урынбаҫары, 1980 й. — “Башнефть” ПБ‑ның Туймазы геол. эҙләнеүҙәр контораһында баш геолог; 1987 й. башлап “Башгеопроект” ЯСЙ‑ның лаб. мөдире, 1988 й. — бүлек мөдире, 2002 й. — бүлек нач., 2004 й. — сектор мөдире, 2006 й. — бүлек нач., 2010 й. алып «“Башнефть” АНК»‑ның асыҡ АЙ‑нда бүлек начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге респ. платформа өлөшөнөң геол. төҙөлөшөн өйрәнеүгә, нефткә һәм газға геология‑разведка эштәре үткәреүгә бәйле. М. тарафынан һуң кембрий алдының нефтле ҡатламдарына литологик‑стратиграфик характеристика бирелә, “тармаҡ формаһындағы” углеводород ятыштарын, ултырмаларҙан һуң барлыҡҡа килгән һәм грабенға оҡшаш бөгөлдәр м‑н бәйле булған ятҡылыҡтарҙы эҙләү һәм разведкалау методикаһы эшләнә. Илеш нефть ятҡылығын беренсе асыусы. Арҙат, Ахта, В.С.Афанасьев ис., Згурицкий, Знаменка, Көнгәк, Ҡалъян, Нарат, Туҙлыҡыуыш һ.б. нефть ятҡылыҡтарын разведкалауҙы ойоштороусыларҙың береһе. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Урал тау пр. (1997), Г.В.Вахрушев ис. пр. (2001) лауреаты.

Хеҙм.: Методика поисков залежей нефти и газа в ловушках сложноэкранированного типа: в 2 ч. М., 1992 (авторҙ.); Литолого‑стратиграфическая характеристика и палеогеография позднего докембрия Башкирского Приуралья. М., 2002.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке