МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы [27.7.1928, Урта Волга өлк. Дүсмәт а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны)], химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1970), проф. (1975). РСФСР‑ҙың (1989), БАССР‑ҙың (1966) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1951). 1949 й. алып Өфө ҒТИ‑нда, 1957 й. — Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: лаб. етәксеһе, 1965 й. — бүлек мөдире. 1966 й. алып фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1971—92 йй. — Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда директор. Фәнни хеҙмәттәре ванадийлы, алюмосиликатлы, никелле, баҡыр‑хромлы, фталоцианинлы катализаторҙарҙы тикшереүгә һәм алыуға, билдәле үҙенсәлектәре булған гетерогенлы катализаторҙарҙы формалаштырыуҙың законлыҡтарын асыҡлауға, уларҙың сәнәғәт процестарында дезактивацияланыу механизмын өйрәнеүгә арналған. М. етәкс. 80‑се йй. алып илдәге май эшкәртеү сәнәғәтенең гидрогенлау з‑дтарында маргарин продукцияһын сығарыу өсөн ҡулланылған никелле катализаторҙарҙы әҙерләү рецептураһы һәм технологияһы эшләнгән (1986 й. Өфө НЭЗ‑ында уларҙы етештереү ойошторолған). М. ҡатнашлығында нефть сульфок‑ сидтарын (Химия ин‑ты хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә), Белойл майын, углеводородлы эреткестәрҙе, турбина һәм компрессорҙар өсөн минераль майҙарҙы һ.б. етештереү ойошторолған. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Промышленные установки каталитического крекинга. М., 1974 (авторҙ.); Алюмосиликатные катализаторы и изменение их свойств при крекинге нефтепродуктов. М., 1975; Регенерация катализаторов в нефтепереработке и нефтехимии. М., 1987 (авторҙ.). 

 М.Ғ.Сәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке