МӘСЕТЛЕРАЙОНЫ, БРҙың төньяҡкөнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Балаҡатай, көньяҡта — Ҡыйғы, көнбайышта Дыуан рндары мн сиктәш. 1930 й. 30 авг. Дыуан-Мәсетле рны булараҡ ойошторола, составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1932 й. 20 февр. алып хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терряһы Балаҡатай рны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1557 км2. Адм. үҙәге — Оло Ыҡтамаҡ а., Өфөнән төньяҡкөнсығышҡа 283 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡкөнбайышҡа табан 126 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 29,1; 1959 — 26,3; 1989 — 23,4; 2002 — 25,6; 2010 — 25,0. Милли составы: башҡорттар — 58,4%, татарҙар — 23,6%, урыҫтар — 16,6%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,8 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 49 ауыл торама пункты, иңҙурҙары: Оло Ыҡтамаҡ (7,8 мең кеше), Әләгәҙ (1,3 мең), Оло Аҡа (1,0 мең) ауылдары. Рельефы ЙүрүҙәнӘй тигеҙлегенеңҡалҡыу көнсығыш өлөшөнән тора. ЙүрүҙәнСылва депрессияһы сиктәрендә ята. Район терряһында ҡомҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Салйоғот), кирбесчерепица сеймалы ятҡылыҡтары бар: ҡомло балсыҡ (Кесе Ыҡтамаҡ); газнефть (Ҡыҙылбай, Мөслим, Мәтәле, Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ), ер аҫты һыуҙары (Оло Ыҡтамаҡ битләүе, Оло Ыҡтамаҡ яры). Климаты континенталь, уртаса йылы, дымлылығы етерлек. Һауаның уртаса йыллыҡ траһы 1,5°С, ғин. уртаса тра 16° С, июлдә 17°С. Яуымтөшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—550 мм, йылы осорҙа 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Оло Ыйыҡ, Ләмәҙ, Ыйыҡ, Һөйә, Аҡа, Мәләкәҫһ.б. ҡушылдыҡтары мн Әй й.; Күлтөбәк, Олокүл, Шәбе һ.б. һыубаҫар туғай күлдәре барлыҡҡа килтерә. Күлдәрҙең ҡайһы берҙәрендә минераль ләм ҡатламдары бар. Район терряһында Оло Ыҡтамаҡ минераль һыу ятҡылығы урынлашҡан. Һоро урман тупрағы, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ, Әй й. үҙәнендәаллювиаль тупраҡ өҫтөнлөк итә. Ҡайын, ҡарағай урмандары һәм ҡоро болондар таралған. Район майҙанының күпселек өлөшө һөрөлгән. Терряның 24,4%ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урмандала төрҙәренән тора. 2013 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 107,7 мең га (дөйөм майҙандың 69,2%ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөн төерҙәр— 52,0, сабынлыҡтар— 22,8, көтөүлектәр— 32,6; урмандар майҙаны — 38,0, ер өҫтө һыуҙары — 1,0. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пртиелары [2 АХПК, 9 ЯСЙ, ш. иҫ. “Мәсетле” агрофирмаһы, 171 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Кирбес зды (Кесе Ыҡтамаҡ а.), “Башмелиоводхоз” ААЙ филиалы, төҙөлөш материалдары, мебель етештереү пртиелары, һөт зды, аҙыҡ комбты, юл ремонтлаутөҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терряһынан Кропачёво (Силәбе өлк.)—Мәсәғүт—Әшит (Свердловск өлк.), Оло Ыҡтамаҡ—Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ—Йонос— Йосоп автомобиль юлдары үтә. М.р. төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккә инә. Районда ПУ, 24 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12һе урта мәктәп, ш. иҫ. Оло Аҡа урта мәктәбе, Оло Ыҡтамаҡ лицейы 1, Башҡорт гимназияһы, 25 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, ДЮСШ; үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы, 33 фельдшеракушерлыҡ пункты, “Ҡарағайһәм Мәсетле шифаханалары; 32 клуб учреждениеһы, 27 китапхана, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡумыҙ музейы бар. 12 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Мечетлинская жизнь” гәз. сыға.

Р.Ш.Ғатауллин

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта: Мәсетле районы

Текст на русском языке