АЛАТАНА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 485; 1939 — 461; 1959 — 345; 1989 — 187; 2002 — 132; 2010 — 137 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. 70‑се йй. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1792 й. төҙөлгән керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1795 й. 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта — 170 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. А. (Татар А.) исеме м‑н билдәләнгән.

Ю.А.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке