“МӘСЕТЛЕ” а г р о ф и р м а һ ы, ЯСЙ. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш урмандала зонаһы өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы булып тора. Иген культураларының һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының сортлы орлоҡтарын етештереүгә, бестужев тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша. 1961 й. “Мәсәғүт” с‑зының 4‑се бүлеге базаһында Мәсетле тәж.- производство хужалығы булараҡ ойошторола, 2001 й. алып ФДУП, 2004 й. — ДУП, 2005 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Мәсетле р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Октябрьск ауылы. 2010 й. 58 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 3342 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 2808 га тәшкил иткән. Иген культуралары уңдырышлылығы — 8,5 ц/га, етештерелгән иген — 1935 т. Һыйыр малының һаны — 360 (200 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2652 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 527 г; етештереү (т): һөт — 462, ит — 26. Тәжрибә‑производство хужалығында төньяҡ‑көнсығыш урмандала зонаһы өсөн төп а.х. культураларының агротехникаһы, ашламалар индереү ысулдары һәм нормалары, ҡыҫҡа ротациялы баҫыу сәсеү әйләнештәре, ер эшкәртеүҙең тупраҡты һаҡлау технологияһы эшләнгән (ҡара: Игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһы). Хужалыҡ м‑н Р.Т. Әсмәндиәров (етәксе), Н.Р.Бәхтизин, В.И. Искарцев (1‑се етәксе), Ғ.Н.Сираев (етәксе), М.Ғ.Сираев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке