МӘСЕМ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны буйлап Күжә й. (Ағиҙел й. басс.) алып Ағиҙел й. киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 28 км, киңлеге 3—4 км. Абс. бейеклеге 1040 км (Мәсем тауы). Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан, кварцлы ҡомташтарынан һәм рифейҙың юша свитаһы күмерле һәүерташтарынан тора. Көнсығыш битләүе буйлап Ҡурығас й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) аға, көнбайыш битләүенән Күжә й. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро урман‑тау тупрағындағы йомшаҡ япраҡлы урмандарҙан һәм йүкә, имән, саған ҡатыш дала үләнле киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт; тау‑ара уйпатлыҡтар һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле‑көлһыу тупраҡтағы ҡатнаш урмандарҙан тора. “Алтын Солоҡ” заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Исеме Мәсем хан м‑н бәйле. 

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке