МӘРМӘР (гр. maјrmaros — ялтыр таш), метаморфик тау тоҡомо. Кальцит йәки доломиттан һәм кварц, слюда, ялан шпаты, амфибол ҡушылмаларынан тора. Структураһы тулыһынса кристаллы; текстураһы массивтан алып һыҙыҡлы һәм таплыға тиклем. Төрлө төҫлө. Эзбизташ һәм доломиттың яңынан кристаллашыуы ваҡытында төбәк йәки контакт метаморфизмы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Йөҙләү ташы, архитектура, биҙәү таштары сифатында, электротехник щиттар етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда белорет метаморфик комплексы ултырмаларында таралған.

Әҙәб.: О с к о л к о в В.А. Облицовочные камни месторождений СССР. М., 1984. 

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке