МӘҺӘҘИЕВ Басир Дәүләт улы (15.2.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Абҙан а. — 2.6.2014, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. канд. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. геологы (1982). Д.Д.Мәһәҙиевтең ҡустыһы. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) Өпәле (Силәбе өлк.), 1957 й. алып Ялан (Свердловск өлк.) геол. разведка партиялары геологы; 1960 й. башлап Әбйәлил геол. разведка партияһының өлкән геологы, 1963 й. — Башҡ‑н геофизика экспедицияһының өлкән геологы, 1965 й. — тематик партия нач., 1967 й. — Үҙәк эҙләү‑күҙаллау партияһының өлкән геологы, 1974 й. — нач., 1978 й. — “Башкиргеология” ПБ‑ның баш геологы, 1987 й. — ген. дир. урынбаҫары, 1992—97 йй. БР‑ҙың Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге төбәк геологияһы, тектоникаһы, металлогенияһы б‑са тикшеренеүҙәргә, мәғдән ятҡылыҡтарын күҙаллау һәм эҙләү методикаһын уйлап табыуға бәйле. Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986). Тыуған ауылында урамдарҙың береһенә М. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2015).

Х е ҙ м.: Рудные и нерудные месторождения Республики Башкортостан //Отечественная геология. 1997. №7; Уралымдың ғәжәп төҫтәре. Таштар донъяһы=Многоцветье моего Урала. Мир камня=Wonderful colours of my Urals. The stone world. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке