МӘНӘҮЕЗ , О л о М ә н ә ү е з, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Заовражье а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Бишбүләк р‑ны Ҡушйылға а. эргәһендә — көньяҡ-көнсығышҡа, Миәкә р‑ны Новомихайловка а. эргәһендә төньяҡ-көнсығышҡа борола һәм Дим й. (тамағынан 323 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 60 км, басс. майҙаны 856 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,82 м3/с. Бассейны Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Ландшафы ҡырсынташлы ҡара тупраҡтағы йүкә‑ҡайын-имән урмандарынан тора. Бассейнының 30%‑ын урман ҡаплаған. Йылғала Бишбүләк р‑ны Уҫаҡкисеү а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Кесе Мәнәүез, Киҫтәнле, Баҙлыҡ, Ҡорған; һул — Үтәй, Сулпан һ.б. 

В.А.Загорский

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке