МӘНДЕМ, йылға, Еҙем й. һул ҡушылдығы. Таҡаты һыртының көнбайыш битләүенән башлана. Ғафури р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Еҙем й. (тамағынан 43 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 54 км, басс. майҙаны 660 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 6,9 м3/с. Басс. рельефы үрге ағымда тәпәш таулы, карст үҫешкән; түбәнге ағымда — убалы тигеҙлек. Ландшафы үрге ағымда һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, түбәнге ағымда — йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Басс. 85%‑ын урман ҡаплаған, түбәнге ағымда 5%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Тирәкле, Һикәште һ.б.; һул — Ҡуяшты, Ҡабыҡҡыуыш, Өйә һ.б. 

В.А.Загорский

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке