МӘМЕРЙӘЛӘР, рельеф формалары, ер ҡабығының өҫкө өлөшөндәге, ер өҫтөнә сығыу урындары булған эре ҡыуышлыҡтар. Барлыҡҡа килеүҙәре бса тәбиғи (эрозия, карст, суффозия, ашалыу, вулканизм, термокарст һ.б. һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә) һәм яһалма мәмерйәләргә бүленәләр. Формалашыу ваҡыты бса спелеоциклдарын айырып йөрөтәләр: ҡыҫҡа — 1,5—2 (айырым М.), урта — 15—20 (күп ҡатлы мәмерйәләр системалары), күп ваҡыт оҙонлоғондағы — 100—150 млн йылдар (карслыспелеол төбәктәр). Күпселек М. карслы. Карслы М. үҫешендә фреатик (ярыҡлы, соҡорло, каналлы), вадоз (воклюзлы, һыулыгалереялы), ҡоро (ҡоро галереялы, грот-камералы) стадияларҙы бүлеп йөрөтәләр. Яҫылыҡта таралыуы бса — ауыш, горизонталь, вертикаль, структура рәшәткәләренең күренеше бса ҡыйғаслы, боролмалы, һыҙма, ботаҡлы, ҡатламлы, селтәрле һәм каркаслы М. айырыла. М. тишектәр, үткәүелдәр, коридорҙар, галереялар, торбалар, ҡоҙоҡтар, шахталар, гроттар, залдарҙан һ.б. тора. М. магистраль юлдары күбеһенсә төбәктәге тектоник ярыҡлыҡтар системаһы бса 2 төп — төньяҡкөнбайыш һәм төньяҡкөнсығыш йүнәлештәрҙә үҫешә. Үҙән эргәһендәге М. бер өлөшөһыу юлдарында урынлашҡан, уларҙың магистраль йөрөшө башлыса үҙән битләүҙәренә ҡарата параллель ята. Бәләкәй һәм ҙур М. инеү урындарының барлыҡҡа килеүенә М. магистралдәренең һыу юлы векторҙарының турайыуына булышлыҡ иткән эске ҡатламдағы литогенетик ярыҡтар ҙур йоғонто яһай. Эзбиз таштарҙағы М. сталактиттар, сталагмиттар, сталагнаттар, шаршауҙар һ.б. ағып сыҡҡан ойошоуҙар осрай. М. троглобионттар, троглофилдар, троглоксендар (ҡара: Мәмерйә фаунаһы) йәшәй. М. палеогеографик, археологик мәғәнә хас: спелеология фәненең өйрәнеү предметы булып тора. БРҙа оҙонлоғо яҡынса 106 км булған (ҡара: табл.) 936 М. (2012) иҫәпләнә, ш. иҫ. иңҙурҙары: Шүлгәнташ, Киндерле, Сумған. М. күбеһе үҫештең ҡоро стадияһында, яҡынса 20%ы вадозлы стадияларҙа урынлашҡан; улар Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәрендә абс. бейеклеге 200—400 м булған аҫҡы ташкүмер, өҫкөһәм аҫҡы девон эзбиз таштарында таралған. М. иртә плейстоценда барлыҡҡа килә башлай, айырыуса миоцен аҙағында — плиоцен башында интенсив үҫешә. Башҡортостандың Уралалды М. пермдең гипстарында, һирәгерәк эзбизташтарында үҫешкән. Гипслы М. күбеһе — Өршәк-Ағиҙел һәм ҠариҙелЭҫем йй. аралыҡтарында урта плейстоценда, эзбизташ М. Өфө яйлаһындағы иртә плейстоцендан иртәрәк формалашҡан. БөгөлмәБәләбәй ҡалҡыулығында М. эзбизташтарҙа, Әй эргәһе тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә ҡом таштарҙа М.ҡоҙоҡтар осрай. Респ. 79 М. һыу ағымы (йылғалар), 68ендә — күлдәр, 42һендә боҙлоҡтар осрай, М. күбеһендә инфильтрация һәм конденсация тамсылыҡтары күҙәтелә. Күп М. йәй көнө тра 10°С юғарыраҡ, иңһалҡын М. (уртаса тра — 0°С): Асҡын, Ҡасабай, 1се һәм 3сөҠотоҡ, Леднёв, Боҙло-Йүкәле, Көҙгө, Һалҡын соҡор. 97 хайуан төрҙәре өйрәнелгән, шулар араһынан 3 төрө — троглобионттар (ҡойроҡаяҡлылар), 54е — троглофилдар һәм 40ы троглоксендар. Умыртҡалыларҙан М. ярғанаттар төркөмө (төн күбәләктәре, ябай оҙон ҡолаҡлы ярғанаттар һ.б.) йәшәй һәм ҡышлай. М. инеү ауыҙы эргәһендә йәбешкәк лишайниктар, мүктәр осрай. Ҡайһы бер М. археологик ҡомартҡылар табылған. Спелеотуризм объекттары булараҡ ҡулланалар.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Башҡортостан Республикаһының оҙонлоғо 100 м ашыу булған мәмерйәләре

 

Исеме

 

Оҙонлоғо, м

 

Майҙаны, м3

 

Макс. тәрәнлеге, м

1

2

3

4

 

Көнсығыш Европа тигеҙлегенең карслы иле

 

Ағаръяу

181

240

20

1‑се Атау-Тамаҡ (Урмантау)

621

1004

36

Ахунтау

100

490

16

Биәз (Төнгө)

100

Благовещен (Городков)

300

1008

20

Венеция

262

520

5

Ишәй мәмерйәләре

1002

4610

26

Көтөлмәгән

301

340

37

Крес тишек (Мәскәү)

173

10

Ҡарлыман

269

1153

8

Ҡорманай (Оло Ҡорманай)

850

1275

6

2‑се Ҡорманай (Кесе Ҡорманай)

157

347

7

3‑сө Ҡорманай

100

241

1

Ҡыҙыл шишмә

100

Ҡыуыштау

1094

5000

15

Охлебинин

146

5410

18

Павловка

100

280

25

1‑се Сабаҡай

147

588

7

Һыулы 2‑се Мәҡсүт

152

380

10

Һыуытҡыс

101

510

2

Шайтан упҡыны

130

1833

66

Штурмлы

194

388

15

Әхмәр упҡыны (Вертолёт)

1768

21200

50

Юбилейный

170

660

19

Яңы (3‑сө Мәҡсүт)

120

640

11

 

Урал карслы иле

Айболит

108

97

21

Айыу Осҡан

161

176

44

Айыулы (Еҙем й.)

488

1700

24

Айыулы (Ҡурғаш, Бикбулат)

232

420

44

Алыпҡара (Алып ҡая)

103

738

33

Антонов

108

218

14

Арҡалан

508

1149

81

Арҡа-Йорт

252

603

16

Асҡын

230

4600

24

Атыш Сумған (Һыу Сумған)

194

300

8

Байсланташ (Һөйөклө)

110

337

Береш упҡыны

260

406

58

Бикташ (Нөгөш й.)

182

237

11

Боҙло‑Йүкәле

122

628

23

Бурһыҡ (Еҙем й.)

245

600

26

Бурһыҡ (Ҡотоҡ төбәге)

340

540

46

В.А.Ануфриев ис. Грандиоз мәмерйәһе

6150

186

Винтлы

270

418

59

Воскресный

101

139

Г.А.Максимович ис. Ҡыҙылъяр

2217

6800

13

Г.В.Вахрушев ис. Ҡамышаҡты

476

952

110

Голубой

617

1240

14

Грёзы

1154

2800

85

Дальний

868

3500

111

Д.Г.Ожиганов ис.

245

343

38

Ҙур лабиринтлы

300

450

33

Е.П.Юшина мәмерйәһе

100

420

42

Егерме икеләр (Икен)

312

2333

5

Еңеүҙең 30 йыллығы ис. Киндерле (Еңеү)

9113

43100

55

Еңеүҙең 60 йыллығы ис.

350

490

85

2‑се Жемчужный

131

432

5

Жеребчиковский

110

Журчащий ручей

100

300

8

Заповедный

180

687

Зигзаг

2500

9475

120

Исемһеҙ (Рәүҙәк й.)

220

264

5

Искателей

240

604

16

Иҫке Мораҙым (2-се Мораҙым)

210

588

8

Иҫке Сәйет

135

496

10

6-К

103

221

8

К-10

163

152

8

Калибр

104

350

29

Ключ

351

650

75

Коралл

130

533

Космонавтар (Күлйорттамаҡ)

420

1680

24

Краснодар

115

117

69

Крутая

130

90

7

Күҙгәнәк

177

566

3

Ҡалҡаман тишеге (Оло Тимер мәмерйәһе)

1200

1600

10

1‑се Ҡана

200

440

3

2‑се Ҡана

142

327

5

Ҡара-Мала

207

164

52

Ҡаратыш (Өсмөйөш)

119

217

54

Ҡарһылыу

110

286

10

Ҡасабай

137

246

34

Ҡолбаҡ

225

3‑сө Ҡоломбәт

447

1460

94

1‑се Ҡотоҡ (Боҙло)

520

6448

36

2‑се Ҡотоҡ (Сталактитлы)

2050

9000

110

4‑се Ҡотоҡ

1869

6728

155

5‑се Ҡотоҡ (Иҫке)

174

530

35

Ҡуҡрауыҡ

163

549

4

Лаҡлы

252

5288

27

Леднёв

766

6336

55

Луговой

112

95

36

Морозный

120

664

26

Муйнаҡташ

256

1600

5

2‑се Мәндәғол (Белоснежка)

142

255

Надежд

141

314

4

Нежный

278

515

95

Ноҡат (Жемчужный)

260

1253

2

2‑се Нөгөш

108

306

Октябрь

1523

8377

98

Олимпия

1409

9600

122

Осенняя

105

126

21

Отважный

105

130

19

Охотничий

233

461

63

Печенька

318

136

Поддорожный

110

228

7

Привальный (Придорожный)

160

320

38

Прямая

100

360

Рай

260

464

58

Рыбный

126

345

Рәсәй (2‑се Ҡуҡрауыҡ)

240

204

11

Савский Грифон

300

Свадебный

450

1665

75

Сказка

1160

2000

18

Случайный (Ҡотоҡ төбәге)

105

170

24

Случайный (Ташэлгән й.)

100

240

18

Соҡорой

135

486

10

Соҡорой шишмәһе

320

41

Сөйөш

260

30

Сумған

9860

52260

134

1‑се Сүсән буйы

265

795

6

Сыңғырауыҡ

4400

8687

90

Табаска

893

84

Тарыуал (Кәбән-Таш)

324

778

32

Тарыуаллы

135

297

11

Таш Йорт (2‑се Таш Өй)

117

496

1‑се Таш Өй (Һарғай)

110

212

Ташкеләт (Медвежья)

235

600

25

1‑се Ташлуй

450

3645

6

2‑се Ташлуй

115

480

6

3‑сө Ташлуй

233

Тёрка (Обвальный)

116

255

12

Тимер (Кесе Тимер)

272

750

10

Тирмән Таш

110

502

3

Трёх

334

667

16

Туфового Ручья

133

372

13

Упрямцев

126

95

Ураҡай

480

960

6

Усман

349

733

Үрге (Ағиҙел й.)

230

308

6

Үрге (Ләмәҙ й.)

136

637

Ф.Э.Дзержинский ис.

200

320

27

Хажы (Тирмән-Таш)

214

642

4

Хлебодаровский (Подарочный)

3550

18000

48

Һалҡын соҡор

410

1025

54

Һандыҡташ

112

437

9

Һыу Сумған (Атыш Сумған)

194

350

8

Холодок

200

40

Чистый

145

203

45

Шоколад

115

76

34

Штучка

1333

152

Шүлгәнташ

2910

20500

82

Ыласын

487

1025

17

Ысайры

104

177

9

2-се Юрмаш (Соҡорой)

193

200

Яңы Арҡалан

125

396

32

Яңы Мораҙым-Һыу ағыҙыусы

1850

7000

108

Яуымбай (Йылы)

113

148

7

Текст на русском языке