МӘЛӘҮЕЗ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Көйөргәҙе р‑ны Яңы Муса а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡтан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Яңы Муса а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Көйөргәҙе, Мәләүез р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел й. (тамағынан 856 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 37 км, басс. майҙаны 354 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Мәләүез ҡ. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,9 м3/с. Рельефы убалы тигеҙлек. Ландшафы һоро урман тупрағындағы һәм типик ҡара тупраҡтағы киң япраҡлы урмандарҙан, болонло далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Басс. 7%‑ын урман ҡаплаған, 43%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Күксар, Ҡарағай һ.б.; һул — Ҡарабуғат һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке