АЛАСЫҠ, башҡорт йәйләүҙәрендәге тура мөйөшлө, 2 йәки 4 яҡлы һөҙәк яҫы ҡыйыҡлы, ер иҙәнле ваҡытлыса торлаҡ. Күсмә А. тура мөйөшлө ҡабыҡ (һирәгерәк кейеҙ) м‑н көпләнгән дүрт ҡыҫандан торған, уларҙың өҫкө остары уртаға бөгөлөп, ҡыйыҡ барлыҡҡа килтергән. Стационар А. стеналарҙың мөйөштәренә һәм стена һыҙығы буйлап ҡаҙып ултыртылған бағаналарҙан һәм уларға беркетелгән 2—3 рәт горизонталь һайғауҙан, күсереп йөрөтөлгән ҡабыҡ, таҡта, ситән (һирәгерәк кейеҙ) япманан торған. Традицион интерьерҙың төп элементы — таҡта һике. Стационар А. ингән урында бешеренеү өсөн усаҡ эшләгәндәр. Ултыраҡ тормошҡа күскәндән һуң, А. йәйге аш бүлмәһе һәм аҙыҡ-түлек һаҡлау урыны сифатында файҙаланыла башлай. 19 б. аҙ. башлап А. ағас иҙәнле һәм тәҙрәле итеп төҙөй башлайҙар, мейес сығаралар. Ғәҙәттә, ҡаҙ йолҡоу (ҡара: Ҡаҙ өмәһе), йөн тетеү өмәләре А. үткәрелгән; ҡышын унда яңы тыуған быҙауҙарҙы, бәрәстәрҙе тотҡандар. Урал аръяғында, Башҡортостандың көньяҡ‑көнбайыш, үҙәк һәм тау‑урман райондарында таралған.

Әҙәб.: Руденко С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. М.; Л., 1955; Шитова С.Н. Традиционные поселения и жилища башкир. Вторая половина XIX — первая четверть XX в. М., 1984.

С.Н.Шитова

Тәрж. Г.Ғ.Ғәлиева

Текст на русском языке