МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ, БРҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Стәрлетамаҡһәм Ишембай, көнсығышта — Бөрйән, көньяҡта — Күгәрсен һәм Көйөргәҙе, көнбайышта Фёдоровка һәм Стәрлебаш рндары мн сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Стәрлетамаҡ кантоны һәм Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1930—32 йй. терряның бер өлөшө Тор районына, 1937— 56 йй. Воскресенс крайонына ингән. Майҙаны — 3234 км2. Адм. үҙәге — Мәләүез ҡ., Өфөнән көньяҡҡа табан 223 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 43,9; 1959 — 58,3; 1989 — 26,1; 2002 — 26,7; 2010 — 88,5. Милли составы: башҡорттар— 33,1%, урыҫтар— 44,8%, татарҙар— 14,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 8,4 кеше/км2. Районда 16 ауыл советы, 94 ауыл торама пункты, иңҙурҙары: Ергән (4,1 мең кеше), Воскресенск (1,8 мең), Нөгөш (1,2 мең) ауылдары. Рельеф морфоструктураларының сиктәре Ағиҙел й. буйлап асыҡ күренә: көнбайыш өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, көнсығышы — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе тау итәктәрендә һәм тәпәш тауҙарында, көньяҡкөнбайыш өлөшө Дөйөм Һыртта ята. Терряһы карстҡа дусар ителгән; Ҡотоҡ мәмерйәләре, Зигзаг, Аҡбулат, Грёзы һ.б. мәмерйәләр бар. Райондың үҙәк өлөшө Мораҡ депрессияһы, төньяғы — Шихан‑Ишембай биләне, көнсығышы — Башҡорт мегантиклинорийы, көнбайыш өлөшө Һайылмыш уйпатлығы сиктәрендә урынлашҡан. Район терряһында кирбесчерепица сеймалы ятҡылыҡтары бар: балсыҡ һәм ҡомлобалсыҡ (Йомағужа, Ҡаран, Мырҙаш, Һамар), ҡомҡырсын материалы һәм ҡом әләүез, Таулы, Ташлыкүл, Һамар), газ һәм нефть ятҡылыҡтары (Введеновка, Волостновка, Воскресенск, Грачи, Иҫке Казанковка, Көньяҡ Введеновка, Муса, Озерки, Столяровка, Тирәкле, Төньяҡ Ергән, Шамовский), ераҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Ергән, Ҡаран, Мәләүез). Климаты уртаса континенталь. Һауаның уртаса йыллыҡ траһы 2,5°С, ғин. уртаса тра 15,5°С, июлдә 18,5°С. Абс. макс. тра 41°С, абс. миним. тра 50°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—600 мм. Гидрографик селтәрҙе Мәләүез, Мәкәтәүле, Нөгөш, Үрек, Үсҡаныш, Тор, Ашҡаҙар, Һуҡайлы ҡушылдыҡтары мн Ағиҙел й.; Нөгөш һыуһаҡлағысы һәм Йомағужа һыуһаҡлағысының бер өлөшө барлыҡҡа килтерә. Типик, йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағы, ш. иҫ. тау тупрағы, Ағиҙел һәм Үрек йй. үҙәндәрендәөлгөрөп етмәгән һоро урман һәм аллювиаль тупраҡтар           осрай. Киң япраҡлы, һыубаҫар туғай һәм һирәк имән урмандары; ҡоро болондар таралған. Райондың 36,4%ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урмандала һәм урман төрҙәренән тора. Күперле карст күпере, Ҡотоҡ төбәге — тәбиғәт ҡомартҡылары. Көнгәк заказнигы ойошторолған. Райондың көнсығыш өлөшө Башҡортостан миллипаркы терряһына инә. 2013 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 176,4 мең га (дөйөм майҙандың 55,1%ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөн төерҙәр— 108,2, сабынлыҡтар— 21,8, көтөүлектәр— 45,5; урмандар майҙаны — 116,5; ер өҫтө һыуҙары— 5,3. Райондың көнбайыш өлөшөУрал алды дала зонаһына, көнсығышы — тау‑урман зонаһына инә. А.х. пртиелары [5 АХПК, ш. иҫ. Салауат исемендәге колхоз, 2 ЯСЙ, 72 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, итһөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Ҡошсолоҡ үҫешкән. Нефть ятҡылыҡтарын «“Башнефть” АНК» ААЙның “Башнефть—Ишембай” филиалы эшкәртә. Ағас әҙерләү (Воскресенск), ҡымыҙетештереү пртиелары, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты, Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы, Мәләүез һөт‑консерва комбинаты, Мәләүез шәкәр заводы, МТС (Ергән) һ.б. эшләй. Район терряһынан Куйбышев т. юлы (Дим—Төйлөгән участкаһы), Өфө—Ырымбур, Ишембай— Воскресенск—Мәләүез, Мәләүез—Фёдоровка автомобиль юлдары үтә. Көньяҡ иҡтисади төбәккә инә. Районда 24 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 21е урта мәктәп, ш. иҫ. Ергән урта мәктәбе, коррекция мәктәпинтернаты (Воскресенск), 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. һәм сәнғәт мәктәптәре, 2 ДЮСШ; 7 амбулатория, 48 фельдшеракушерлыҡ пункты; 47 клуб учреждениеһы, 24 китапхана, Д.М.Бүләков музейы (Смаҡ а.), Партизан музейы, тарихтыуған яҡты өйрәнеү музейы (Ергән), Воскресенс ккартиналар галереяһы; физкультураһауыҡтырыу комплексы (Ергән) бар. 1 өлгөлөһәм 4 халыҡүҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Путь Октябряһәм “Көнгәк” гәз. сыға. 

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта: Мәләүез районы

Текст на русском языке