МӘЛӘКӘҪ, К ә р т й ә, йылға, Әй й. һул ҡушылдығы. Дыуан р‑ны Дыуан а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай аға, Дыуан а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә, түбәнге ағымында Мәсетле һәм Дыуан р‑ндары буйлап аға. Әй й. (тамағынан 43 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 53 км, басс. майҙаны 350 км2. Ер аҫты һәм ҡар һыуы м‑н туйына. Йылға басс. Өфө яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Ҡайһы бер урындарҙа йылға, сағылдар барлыҡҡа килтереп, ер аҫтынан аға, ҡоро килгән йылдарҙа түбәнге ағымы ҡорой. Ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡарағай-ҡайын‑уҫаҡ урмандарынан һәм көлһыуланған ҡаратупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора. Басс. һул ярҙарының 75%‑ын, уң ярҙарының 20%‑ын урман ҡаплаған. Күтәренке һәм уйһыу һаҙлыҡтар таралған. Йылғала Дыуан р‑ны Вознесенка а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке