МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, юғары баҫымлы тау тоҡомдарының урындағы стратиграфик бүлексәһе. Йылайыр рны Мәҡсүт а. эргәһендә Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә (1941). А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, О.А.Захаров, Д.Д.Криницкий, В.М.Криницкая, В.И.Ленных, В.Н. Пучков һ.б. тарафынан өйрәнелә. Аҫтан өҫкәғәли, ҡайраҡлы, йомағужа, ҡарамалы свиталары (Алексеев тарафынан — өҫтәмә рәүештә урған һәм боевохутор свиталары) бүленгән. Ултырмалары Уралтау һыртының көньяҡ өлөшөндә Һаҡмар й. башынан Ырымбур өлк. Һары т. юл ст. киңлегенә тиклем таралған (оҙонлоғо яҡынса 200 км, киңлеге 10—15 км). Метаморфизмдың йәше — урта палеозой (360—400 млн йыл). Йәшел һәүерташ, глаукофан-һәүерташ һәм эклогит фациялары шарттарында метаморфизмға дусар булған тәүге ҡатламдарҙың йәше (аҫҡы палеозой) мәрмәрләнгән эзбизташ линзаларында конодонттар булыуы мн иҫбатланған. Көнбайышта М.м.к. тектоник йәһәттән һәүәнәк метаморфик комплексы мн, көнсығышта Магнитогорск мегасинклинорийының палеозой ҡатламдары мн бәйләнгән. Составында фенгит мусковиты, гранат, графит, кварц, глаукофан булған кварцитһәм кристаллы һәүерташ тарҙан, йәшел һәүерташтарҙан, йәшелташ тоҡомдарынан тора; ҡалынлығы 3—4 км. М.м.к. тау тоҡомдары һәм минералдары һыныҡтары (гранат, слюда һәм глаукофан) йылайыр свитаһының полимиктлы ҡомташтарында бар. М.м.к. уникаллеге комплекс составында эклогит һәм глаукофан һәүерташтарының үҫеше мн билдәләнә. Ғүмәр, Көньяҡ Юлыҡ баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары тура килә, метаморфик алмастың бер нисә кристалы (0,5 мм бәләкәйерәк) табылған.

Әҙәб.: А л е к с е е в А.А. Магматические комплексы зоны хребта УралТау. М., 1976; Л е н н ы х В.И. Эклогитглаукофансланцевый пояс Южного Урала. М., 1977.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке