МӘЗИТОВАӘлиә Карам ҡыҙы (17.1. 1950, БАССРҙың Шишмә рны Сыуалкип а.), химик. Химия ф. дры (2000). Г.К.Әминеваның апаһы. БДУны тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУла эшләй: 2002 й. алып ғәмәли химия һәм физика, 2015 й. — ғәмәли һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1994—96 йй. БР ФАның Химия бүлеге ғилми секретары, 2000—02 йй. — БР ФАның вицепрезиденты ярҙамсыһы. Фәнни хеҙмәттәре ҡатмарлы эфирлы һәм гетероциклик берләшмәләр өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, симметрик булмаған триазиндарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын синтезлау ысулдарын эшләүгә арналған. М. ҡатнашлығында оксиэтилирланған фталаттар һәм αтармаҡланған кталар нигеҙендә поливинилхлорид өсөн пластификаторҙар эшләнә, улар “Каустик” ЯАЙнда индерелгән. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. 

Х е ҙ м.: Несимметричные триазины. Получение, свойства и применение. Уфа, 1999 (авторҙ.); Инновационные технологии — инструмент модернизации системы образования. М., 2007 (авторҙ.); Основные поливинилхлоридные композиции строительного назначения. Уфа, 2013 (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке