МӘҒӘФҮРОВА Флүрә Фаат ҡыҙы (8.8.1952, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Бурлы а.), селекционер. А.х. ф. канд. (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1972 й. алып Әбйәлил р‑нының Байым урта мәктәбендә эшләй. 1976 й. башлап БНИИСХ‑ла: 1999 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 2012 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ярма культуралары селекцияһына арналған. М. тарафынан ҡарабойҙайҙың Агидель, Башкирская красностебельная, Илишевская, Инзерская, Светлана, Уфимская сорттары сығарыла, Башҡортостанда ярма культураларын үҫтереү б‑са тәҡдимдәр яһала. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Коэффициенты и нормативные отношения водопотребления зерновых культур //Качество продукции растениеводства и приёмы его повышения: сб. науч. тр. Уфа, 1998 (авторҙ.); Роль минеральных удобрений и условий погоды в формировании урожая гречихи //Селекция и семеноводство сельскохозяйственных культур в Башкортостане: сб. науч. тр. Уфа, 2000. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке