МӘҒӘФҮРОВ Ҡадир Барый улы (6.4.1949, БАССРҙың Әбйәлил рны Рәхмәт а.), биолог, иҡтисадсы. А.х. ф. дры (1998), проф. (2007). БРҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БДУны тамамлағандан һуң (1972) Әбйәлил рнының Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып БНИИСХла: 1983 й. — өлкән, 1996 й. — төп ғилми хеҙмр; 1998 й. — БДАУҙа (2002 й. тиклем иҡт. кибернетика каф. мөдире). 2010 й. башлап БР ФАның Соц.сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр интының бүлек мө дире, 2015 й. — баш ғилми хеҙм-ре. Фәнни эшмәкәрлеге аграр иҡтисад эшенең һәм үҫешенең тәбиғифәнни нигеҙҙәренә, агрономияла мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға арналған. М. тарафынан игенселек системаһында агротехнологияларға идара итеүҙең теоретик нигеҙҙәре һәм методологияһы эшләнә. 150гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Системный анализ аграрной экономики: функционирование, развитие, устойчивость, управление. М., 2005; Конкурентные преимущества аграрной экономики Республики Башкортостан. Уфа, 2013; Теоретико-методологические проблемы управления экономическими системами. Уфа, 2014.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке