МЕШАЛКИН Николай Иванович (2.5.1907, Түб. Новгород губ. Починки а. — 12.10.1982, Октябрьский ҡ.), геолог. РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1932). 1936 й. алып Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеү контораһының партия нач., баш геологы, 1948 й. — “Башнефтеразведка” тресының, 1950—67 йй. — “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский) баш геологы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть эҙләү эштәре м‑н бәйле. М. етәкс. 70‑кә яҡын нефть ятҡылығы, ш. иҫ. Таймырҙа (Дүртөйлө р‑ны), Маншыр нефть ятҡылыҡтары, асыла; тәрән һәм үтә тәрән (Ҡолғона‑1) скважиналар быраулана. Ленин (1959), Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке