МЕТИЛЭТИЛКЕТОН, 2‑бутанон, СН3СОС2Н5, ацетон еҫле төҫһөҙеңел осоусан шыйыҡса; tиреү ‑86,3°С, tҡайнау 79,6°С; һыу м‑н азеотроп ҡатнашма барлыҡҡа килтерә, органик эретеүселәр м‑н ҡатнаша, тоҡаныу концентрацияһы 1,97—10,2%. Күҙ, танау, тамаҡтың лайлалы тиресәләрен әсеттерә, ПДК 200 мг/м3. М. өсөн алифатик кетондарҙың үҙенсәлектәре хас (металл гидридтары м‑н икенсел спирттарға ҡайтарыла, кислород йоғонтоһона тотороҡло һ.б.). Сәнәғәттә М. н‑бутилендарҙы көкөрт кислотаһы м‑н (30—40°С т‑рала һәм 0,1 МПа баҫымда) гидратациялап һәм барлыҡҡа килгән икенсел бутил спиртын катализатор ҡатнашлығында дегидрирлап (400—500°С т‑рала) алалар, ш. уҡ бутанды уксус к‑таһына окислағанда өҫтәмә продукт барлыҡҡа килә. М. перхлорвинил, нитроцеллюлоза, полиакрил лак‑буяу материалдарын һәм елемдәрҙе, типография буяуҙарын эретеүсе итеп, шартлаусан матдәләр, синтетик каучук етештереүҙә, нефть фракцияларын парафинһыҙлаштырыуҙа файҙаланыла; М. метилэтилкетондың пероксиды (полиэфир ыҫмалаһын ҡатырыусы), икенсел бутиламин (антиоксидант) етештереүҙә һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) илдә тәүге тапҡыр “пемзалағы көмөш” катализаторы ҡулланып М. етештереү үҙләштерелә, 1985 й. производство “корундтағы көмөш” катализаторына күсереп реконструкциялана.

 У.М.Джемилев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке