МЕТЕОРОЛОГИЯ (гр. meteјōra — атмосфера күренештәре һәм ...логия), Ерҙең атмосфераһы һәм унда барған процестар т‑дағы фән. Атмосфера физикаһы, динамик һәм синоптик метеорология, авиация метеорологияһы, спутник метеорологияһы, актинометрия, атмосфера электры, аэрология, агрометеорология һ.б. бүленә. Геофизика, климатология, тупраҡ ғилеме һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. М. иң мөһим бурыстарының береһе — төрлө ваҡытҡа һауа торошон күҙаллау. М. метеорология элементтарын һәм атмосфера күренештәрен (һауа һәм тупраҡ т‑раһы, һауаның дымлылығы, атмосфера баҫымы, болотлолоҡ, яуым-төшөм, ҡар ҡатламы, елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше, томан, йәшен һ.б.) күҙәтеү; радиозондлау; статистик, синоптик эксперименттар (борсаҡ, ҡырау һ.б. м‑н көрәшеү) һ.б. ысулдар ҡулланыла. Башҡортостанда М. үҫеше гидрометеорология хеҙмәтенең нығыныуына бәйле. 19 б. аҙ. алып агрометеорологик һәм гидрологик күҙәтеүҙәр үткәрелә, 20 б. 30‑сы йй. аҙ. — аэрология, 40‑сы йй. башлап синоптик М., 1985 й. — спутник, 80‑се йй. — мед. М. үҫешә: Башҡортостан ҡалалары һәм ку__рорттарының микроклиматы һүрәтләнгән, метеотроп реакциялар өйрәнелгән, “Йоматау” шифаханаһы өсөн 4 төр мед. һауа торошо режимы билдәләнгән. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында респ. ҡалаларында һауаны бысратмауҙың метеорологик аспекттары (Е.Н.Орлова, Г.Н.Семёнова), төҙөлөш климатологияһы һәм М. өлкәһендә (Н.В.Жданова), төбәк синоптика проблемалары (С.П.Байбурина, Р.Г.Ғәйфетди- нова, И.Г.Данукалова, А.К.Козаева, Орлова, Ю.И.Ферапонтов), агроклиматик шарттарҙың үҙгәреүе (Т.И.Власова, Э.А.Кожушнян) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Дым, ел режимы, ғинуарҙың һәм июлдең уртаса т‑раһы, атмосфераның бысраныуы һ.б. б‑са карталар (Власова, Ф.Ш.Килмәтова, И.М.Япаров һ.б.) төҙөлгән. Әҙәб.: Современное состояние климатических условий Республики Башкортостан и их возможные изменения в условиях глобального потепления: тезисы докл. Всерос. науч.‑практ. конф. Уфа, 2002.

Р.Ғ.Ғәлимова, А.К.Козаева

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке