МЕТАМОРФИЗМ (гр. metamorphoomai — үҙгәрәм, әйләнәм), ер ҡабығында ултырма һәм магматик (ш. уҡ бер‑бер артлы метаморфик) тау тоҡомдарының үҙгәреше, т‑ра, баҫым һәм осоусан компоненттар (һыу, углекислота һ.б.) тәьҫире аҫтында структура, текстура, минераль һәм йыш ҡына химик состав өлөшләтә йәки тулыһынса үҙгәрә. М. тау тоҡомдарының ҡаты йәки һығылмалы хәлендә, ҡағиҙә булараҡ, иреү процесынан тыш үтә. М. төп төрҙәре: төбәк (динамотермаль), контактлы (термаль), һуҡма (шок) һәм катакластик (динамик). Төбәк М. йыйырсыҡлы бүлкәт кимәленең ороген стадияһында үҫешә, филлит, слюдалы һәүерташ, кварцит, мәрмәр, амфиболит, гнейс, мигматит, гранулит, эклогит барлыҡҡа килә. Уның төп факторҙары: т‑ра 300—1000°C, баҫым 1—2 алып 25 кбар тиклем һәм унан да юғарыраҡ. Төбәк М. мигматиттар үҫешенә бәйле тау тоҡомдарынан кислоталы иретмәне өлөшләтә иретеп алғанда ультраметаморфизмға күсә. Контактлы М. сағыштырмаса түбән баҫым (2— 4 кбар түбәнерәк) һәм юғары т‑ра (500—1200°C) шарттарында йылылыҡ һәм осоусан компоненттарҙың тәьҫире аҫтында төрлө составлы роговиктар барлыҡҡа килеүенә бәйле интрузиялар янында күҙәтелә. Һуҡма М. — юғары баҫым минералдары (коэсит, стишовит, алмас) формалашыуы, сығанаҡ минералдарҙың кристаллик рәшәткәһе ватылыуы һәм тау тоҡомдарының өлөшләтә иреүе м‑н баҫым (100 кбар тиклем һәм юғарыраҡ) һәм т‑ра (1500°C ашыу) тәьҫире аҫтында астроблемда (метеорит кратерҙарында) тау тоҡомдарының үҙгәреүе. Катакластик М. тау тоҡомдарының ваҡланыуы, катаклазит һәм милонит формалашыуы м‑н бер яҡлы көслө баҫым тәьҫире аҫтында тектоник боҙолоу зоналарында күҙәтелә. Прогрессив (т‑ра үҫеүе, сығанаҡ тоҡомдарҙың осоусан компоненттарҙы юғалтыуы һәм юғары т‑рала тотороҡло булған минералдарҙың эҙмә‑эҙлекле кристаллашыуы) һәм регрессив (т‑ра түбәнәйеүе һәм юғары т‑раға сыҙамлы минералдарҙы түбән т‑ралы минералдарға алмаштырыу) М. бүленә. Тоҡомдарҙың химик составы үҙгәреү характеры б‑са изохимик (үҙгәрештәр тик дегидратация һәм декарбонатизация м‑н бәйле) һәм аллохимик (калий, натрий, кальций һ.б. сығышы йәки ҡушылыуы) М. айырыла. Тау тоҡомдарының химизмы ныҡ үҙгәргәндә аллохимик М. метасоматизм булараҡ билдәләнә. БР‑ҙа М., һуҡма М. тыш, бөтә төрҙәре лә бар. Гнейстарҙан, кристаллы һәүерташтарҙан, грануллиттарҙан, амфиболиттарҙан торған кристалл нигеҙҙең архей һәм аҫҡы протерозой ҡатламдары интенсив төбәк М. м‑н солғап алынған. Башҡорт мегантиклинорийының көнсығыш өлөшөндә белорет метаморфик комплексы кварциттары, метаморфик һәүерташтары һәм мәрмәр карбонаттары үҫешкән. Уралтау зонаһында һәүәнәк метаморфик комплексы һәм мәҡсүт метаморфик комплексы айырыла. Магнитогорск мегасинклинорийы палеозойының ултырма‑вулкан ҡатламдары йәшел ташлы метаморфизмға дусар булған. Роговик һәм скарн рәүешендәге контактлы М. Магнитогорск мегасинклинорийында һелте составлы интрузиялар (Башҡ. мегантиклинорийында һәм Көнсығыш Европа платформаһының рифей япмаһында һуң кембрий алды дайкалары һәм габбро‑диабаз силдары) һәм палеозой габбролары, диориттары, граниттары м‑н бәйле.

Әҙәб.: Фации метаморфизма /Н.Л.Добрецов [и др.]. М., 1970; М а р а к у ш е в А.А. Петрология метаморфических горных пород. М., 1973. 

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке