МЕТАМОРФИЗМ ФАЦИЯЛАРЫ, метаморфик тау тоҡомдарындағы билдәле шарттарға (литостатик баҫымға, т‑раға, осоусан компоненттарҙың парциаль баҫымына һәм метаморфизмдың башҡа факторҙарына) тиң булған тотороҡло минераль ассоциациялар. М.ф. т‑да төшөнсә П.Эскола тарафынан тәҡдим ителә һәм Д.С.Коржинский, Ф.Тернер, А.Миясиро, Н.Л.Добрецов һ.б. тарафынан үҫтерелә. Исемдәш М.ф. бер үк химик составлы тау тоҡомдарындағы минераль ассоциациялар оҡшаш булырға тейеш, ә төрлө составлы тоҡомдарҙа термодинамик тотороҡлолоҡ өлкәһенә тура килергә тейеш. Термаль йоғонто арта барған һайын контактлы метаморфизм өлкәләрендә айырылған фациялар: мусковит‑роговик (т‑ра 500°C түбән), амфибол‑роговик, пироксен‑роговик, спуррит‑мервинит (т‑ра 900— 1200°C). Төбәк б‑са киң таралған метаморфланған тоҡомдарҙа метаморфизм үҫә барыуына ҡарап, М.ф. рәте йәшел һәүерташ, эпидот‑амфиболит, амфиболит, гранулит, эклогит фацияларынан тора. Теге йәки был зона М.ф. йыйылмаһы м‑н ҙур геол. структураларҙың метаморфик тау тоҡомдары конкрет метаморфик комплекстар булараҡ тасуирлана. Ер ҡабығындағы законға ярашлы һәм ҡабатланыусы М.ф. комбинациялары метаморфизмдың баҫым шарттарына — геодинамик хәл м‑н билдәләнгән литостатик баҫым һәм йылылыҡ ағымы градиенттарына бәйле. М.ф. комбинациялары (фациаль сериялар) 3 типҡа төркөмләшә: түбән (юғары т‑ра һәм түбән баҫым градиенты), уртаса (уртаса т‑ра һәм баҫым градиенты) һәм юғары (түбән т‑ра һәм юғары баҫым градиенты) баҫымлы. Төбәк М.ф. ниндәй типҡа тура килеүен билдәләгән минералдар — андалузит, кианит, глаукофан һ.б. БР‑ҙа контактлы метаморфизмдың мусковит‑роговик, амфибол‑роговик һәм пироксен‑роговик фациялары Уралдың йыйырсыҡлы структураларында һәм респ. платформа өлөшөндәге рифей япмаһында интрузияларҙы уратып алған. Кристалл нигеҙ тоҡомдары башлыса амфиболит М.ф. ҡарай. Көньяҡ Урал сиктәрендә түбән баҫымлы М.ф. юҡ, урта баҫымлы М.ф. — һәүәнәк метаморфик комплексы, юғары баҫымлыға белорет метаморфик комплексы м‑н мәҡсүт метаморфик комплексы инә. Шулай уҡ ҡара: Йәшел һәүерташлы метаморфизм, Йәшел ташлы метаморфизм.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке