МЕТАЛҺЫҘЛАШТЫРЫУ н е ф т ь с е й м а л д а р ы н, составында күберәк ванадий, тимер һәм никель булған металлы берләшмәләрҙән таҙартыу. М. м‑н бер үк ваҡытта нефттең ҡалдыҡ фракцияларын (гудрон, мазут) азот һәм көкөрт булған берләшмәләрҙән, асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙән таҙартыу башҡарыла. Составында асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләр һәм ауыр металдар (таҙартылған продуктта металдың кимәле 5—10 г/т тиклем кәмей) күп булған нефттең ҡалдыҡ фракцияларын эшкәртеү өсөн сольвентлы (сеймалды углеводород эретмә м‑н эшкәртеү; ҡара: Асфальтһыҙлаштырыу), термоконтактлы (тимер мәғдәненән, тәбиғи цеолит һәм күмерҙән торған ҡаты контактты сеймал ҡатнашмаһы м‑н 480—520°С тиклем йылытыу) М., нефттең аҙ металлы (15—80 г/т) юғары т‑рала ҡайнаған фракцияларын таҙартыу, 360—540°С тиклем ҡайнаған вакуум дистилляттарҙы таҙартыу өсөн гидрометалһыҙлаштырыу (сеймалды 20 МПа баҫымда һәм 360—450°С т‑рала алюмокобальт‑ һәм алюмоникельмолибден катализаторҙарының стационар ҡатламында водород м‑н эшкәртеү) айырыла. М. ярым фабрикаттарҙың һәм тауар продукцияларының сифатын яҡшыртыуға, каталитик крекинг катализаторҙарының хеҙмәт итеү ваҡытын һ.б. арттырыуға булышлыҡ итә. 20 б. 70‑се йй. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында һәм ӨДНТУ‑ла нефттең ҡалдыҡ фракцияларын М. төрлө технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Көкөртлө мазуттарҙы һәм гудрондарҙы сольвентлы һәм термоконтактлы М. (сеймалды ауыр металдарҙан 95%‑ҡа һәм асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙән 100%‑ҡа тиклем таҙартыу), вакуум дистилляттарын, гудрондың бензинлы һәм бутанлы деасфальтизаттарын гидрометалһыҙлаштырыу (металдарҙан таҙартыу кимәле 90%, көкөрт берләшмәләренән — 70—80% һәм азоттыҡынан 85—90% тиклем тәшкил итә) процестары эшләнә, улар 80—90‑сы йй. башында Башҡ‑н нефть эшкәртеү__ҒТИ (Г.А.Берг, Р.Б.Вәлитов, У.Б.Имашев, Э.Ғ.Теләшев, С.Ғ.Хәбибуллин) һәм Грозный ҒТИ тәжрибә з‑дтарының пилот ҡулайламаларында, ш. уҡ “Уфанефтехим” ААЙ сәнәғәте ҡулайламаларында һынауҙар үтә.

Әҙәб.: Б е р г Г.А., Х а б и б у л л и н С.Г. Каталитическое гидрооблагораживание нефтяных остатков. Л., 1986; Деметаллизация нефтей и нефтепродуктов. М., 1993.

И.Р.Хәйрудинов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке