АНДРЕЕВ Прокофий, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында эшләүсе заводҡа теркәлгән крәҫтиәндәрҙән Уложенный комиссия депутаты. Ҡазан губернаһы Хмелевка а. дәүләт крәҫтиәндәренән. Комиссияға завод эштәре күләмен кәметеү һәм завод адм. башбаштаҡлыҡтарына сик ҡуйыу т‑да наказ индерә. Сауҙа ирке т‑дағы сығыштарға ҡушыла; “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворянлыҡ өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә ҡаршы сығыусы депутаттарҙы яҡлай.

Әҙәб.: И.Акрынов мәҡ. ҡарағыҙ.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.