МЕТАЛЛУРГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, металлургия өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; техник белем биреү тармағы. Мәғариф тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. формалаша, был ваҡытта тау эше белеме биреү ғәмәлдә тау эше белеме биреүгә, геология буйынса белем биреүгә һәм М.б.б.б. бүленә. 20 б. башына тиклем Башҡортостанда квалификациялы эшселәрҙе һәм мастер‑металлургтарҙы тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищеларында, реаль училищеларҙың тау эше һәм тау сәнәғәте бүлектәрендә әҙерләйҙәр. 1907 й. Златоуст урта механика‑техника уч‑щеһы, 20‑се йй. уртаһында Йылайыр кантоны Түбә ҡасабаһында һәм Баймаҡ а. фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәптәре (1928 й. башлап тау сәнәғәте өйрәнсектәр мәктәптәре) асыла, унда ҡойоусылар, шахта мейесе мастерҙары һ.б. әҙерләнә (ҡара: Баймаҡ тау‑механика техникумы), ш. уҡ 20— 30‑сы йй. металлургия профилле белгестәрҙе Өфө эшселәр факультеты әҙерләй. Юғары квалификациялы белгестәр Белорет ҡ. Магнитогорск техник университеты филиалында (1957 й. алып); техник персонал урта махсус уҡыу йорттарында — Белорет металлургия колледжында (1933 й. алып), Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумында (1962 й. алып), Бәләбәй машиналар эшләү техникумында (1977 й. алып) әҙерләнә. Квалификациялы эшселәрҙе проф.‑техник белем биреү уҡыу йорттарында әҙерләйҙәр. Махсус дисциплиналар: металдар тураһындағы фән, металлофизика, металлургия процестары теорияһы, ҡойоу производствоһы, саф металдар һәм ярымүткәргес материалдар производствоһы, суйын һәм ҡорос металлургияһы, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү, рентгенография һәм металдарҙы һынау, металлургия сәнәғәтен автоматлаштырыу һәм комплекслы механизациялау һ.б. Уҡыу барышында студенттар металлургия пр‑тиеларында уҡыу һәм производство практикаһын үтәләр. М.б.б.б. бер нисә дисциплинаһы ярҙамсы дисциплина булараҡ БР юғары уҡыу йорттарында һәм урта махсус уҡыу йорттарында химия, техника, физика, төҙөлөш һ.б. һөнәрҙәрҙең уҡыу планына индерелгән. Белем, оҫталыҡ һәм күнекмә нигеҙҙәре мәктәптә технология һәм хеҙмәт дәрестәрендә һалына. Металлургия б‑са өҫтәлмә белем йәш техниктар станцияларында бирелә (ҡара: Өҫтәлмә белем биреү учреждениелары). Юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә — 5, киске бүлектә 6 йыл уҡыйҙар; урта махсус уҡыу йорттарында 9 класс нигеҙендә көндөҙгө бүлектә — 4 йыл. Инженер‑техник эшселәр квалификацияһын күтәреү Тармаҡ‑ара квалификация күтәреү институтында, юғары уҡыу йорттарында, пр‑тиеларҙа, ойошмаларҙа махсус ф‑ттарҙа һәм курстарҙа үткәрелә. БР‑ҙың М.б.б.б. үҫешенә Л.Г.Борозинец, Я.Г.Оглоб- лин, Н.В.Соколов һ.б. өлөш индерә.

Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.