МЕРКАПТАНҺЫҘЛАШТЫРЫУ н е ф т ь д и с т и л л я т т а р ы н, шыйығайтылған газды, бензин һәм кәрәсин фракцияларын меркаптандарҙан һайлап таҙартыу; яғыулыҡты көкөрттән таҙартыуҙың бер ысулы. Был процесты 40—80°С т‑рала, һелтеләрҙең һыуҙағы иретмәһендә кислород ҡатнашлығында үткәрәләр. Һыуҙа насар ирегән меркаптандар булған нефть дистилляттарын таҙартыу катализаторҙар ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. М. һөҙөмтәһендә меркаптандарҙың күләме башланғыс һәм икенсел бензиндарҙа, реактив яғыулыҡта, ш. уҡ пропан‑пропилен һәм бутан‑бутилен фракцияларында масса б‑са 0,0005%‑ҡа тиклем кәмей; окисланыу продукттарын — дисульфидтарҙы (ҡара: Көкөрторганик берләшмәләр), ғәҙәттә, айырып алалар һәм нефтехимия сәнәғәтендә сеймал итеп ҡулланалар. Башҡортостанда 1980 й. алып М. ысулын Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында бутан‑бутилен фракцияһын һәм Өфө нефть эшкәртеү заводында бензиндарҙы таҙартыу өсөн ҡулланалар. 70—80‑се йй. НИИнефтехимда (Р.М.Мәсәғүтов, А.Х.Шәрипов) илдә тәүге тапҡыр меркаптанлы нефттәрҙән һәм газ конденсаттарынан алынған нефть дистилляттарын М. һәм Яңы Баҡы НЭЗ‑ында тура ҡыуылған кәрәсинде таҙартыу өсөн индерелгән М. катализаторҙарын етештереү сәнәғәте технологиялары эшләнгән. 80—90‑сы йй. Органик химия институтында, кетондарҙы формальдегид һәм меркаптандар ҡатышмаһы ярҙамында тиометиллаштырыу реакцияһына индереүҙе ҡулланып, газ конденсаттарын, нефтте, бензин һәм кәрәсин дистилляттарын М. һәм бер үк ваҡытта металдар экстрагенты алыуға булышлыҡ итеүсе ысулдар табылған (А.Д.Улендеева һ.б.)

Әҙәб.: Использование полифталоцианина кобальта в процессах очистки топлив и газов от сернистых соединений. Уфа, 1998; Ш а р и п о в А.Х., К а б и л о в А.А., Н и г м а т у л л и н В.Р. Очистка топлив и сжиженных газов от меркаптанов и сульфидов. Уфа, 1999. 

Н.К.Ляпина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.