МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович (23.3.1949, БАССР‑ҙың Яңауылр‑ны Айбүләк а.), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (2004). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2000), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1972). 1974 й. алып “Арланнефть” НГДУ‑һының нач. урынбаҫары, өлкән инженеры, өлкән геологы, цех нач., 1985 й. — партия ком‑ты секретары, 1987 й. — “Аксаковнефть” НГДУ‑һы ЯСЙ нач., 2005 й. — “Геопроект” ЯСЙ дир. урынбаҫары; 2007 й. башлап ӨДНТУ‑ла. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н бәйле. М. етәкс. скважиналарҙа ремонт‑изоляция эштәре, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары индерелә. Арлан нефть ятҡылығын, Знаменка һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 17 уйлап табыу авторы. БАССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Геолого‑технологические особенности разработки нефтяных месторождений юго‑запада Башкортостана. М., 1998 (авторҙ.); Капитальный ремонт скважин. Изоляционные работы. Уфа, 2000 (авторҙ.); Обоснование и совершенствование технологий разработки месторождений с трудноизвлекаемыми запасами. М., 2003. 

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.