МЕРГЕЛЬ, ултырма тау тоҡомо. 50—70% карбонаттан (кальцит һәм доломит) һәм 25—50% балсыҡтан тора. Минераль составы б‑са эзбиз һәм доломит М. бүленә. Ҡушылмаларына ҡарап саҡматаш, ҡомташ, күмер һ.б. төрҙәргә айырыла. Структураһы пелитоморфлы, алевропелитлы, псаммопелитлы (бөртөксәләренең үлсәме 0,001—2 мм); текстураһы массив. Төҫө асыҡ һарғылт, йәшкелт, һорғолт, көрән һәм ҡыҙыл. Диңгеҙ бассейндарында, ҡултыҡтарында һәм сөсө һыулы күлдәрҙә барлыҡҡа килә. М. һуң кембрий алдынан неогенға тиклем ултырма тоҡомдар араһында ҙур ятыштар рәүешендә киң таралған. Цемент етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа рифей (ҡытау свитаһы), палеозой (өфө ярусы, ҡазан ярусы һәм татар ярусы), мезозой (өҫкө аҡбур) ултырмаларына тура килә. 10‑дан ашыу ятҡылыҡ билдәле: Береш, Инйәр, Смаҡай, Төлмәй, Түләк (бөтәһе лә — Белорет р‑ны), Ҡолғона (Ишембай р‑ны) һ.б.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке