МЕНДЕЛЕЕВ Дмитрий Иванович (27.1.1834, Тубыл ҡ. — 20.1.1907, Петербург), химик, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1876), фән д‑ры һәм проф. (1865). Баш пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Петербург, 1855) шунда уҡ эшләй. М. фәнни эшмәкәрлеге химия, химик технологиялар, физика, метрология, һауала осоу, метеорология, а.х. өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, иҡтисад, халыҡ мәғарифы мәсьәләләренә һ.б. арналған. 1869 й. М. тарафынан “Элементтарҙың атом ауырлығына һәм химик оҡшашлыҡтарына нигеҙләнгән элементтар системаһы тәжрибәһе” табл. төҙөлгән ваҡытта периодик закон асыла. Рәсәйҙең Төп үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр палатаһын ойоштороусы һәм уның дир. (1892 й. алып). 1899 й. Рәсәйҙең финанс министры С.Ю.Виттеның ҡушыуы б‑са Урал з‑дтарының эшен тикшереү б‑са (уларҙың етештереүсәнлеген һәм сеймал базаһын өйрәнеү өсөн) Петербург ФА‑ның фәнни экспедицияһын етәкләй. М. Әүжән‑Петровск заводтарында, Белорет заводында, Белембай заводында, Богословский заводында, Златоуст (Косотур) заводында, Ҡағы заводында, Ташлы заводтарында, Ҡытау‑Ивановка заводында, Ҡыштым заводтарында, Һатҡы заводында, Эҫем заводтарында, Сысәрт заводтарында, Тирлән заводында, Шайтан заводында, Йоҡ‑Кама заводында булып киткән. Экспедиция тимер мәғдәнен сығарыуҙың һәм уны разведкалауҙың магнит алымдарын ҡулланыу перспективаларын, Уралдың һәм сиктәш терр‑яларҙың ағас яғыулығы ресурстарын һәм урман байлыҡтарын тергеҙеү проблемаларын, тулы металлургия циклын ойоштороу мәсьәләләрен һ.б. өйрәнә. Экспедицияның һөҙөмтәләре б‑са М. мөхәррирлегендә “1899 й. Урал тимер сәнәғәте” (“Уральская железная промышленность в 1899 г.”) китабы баҫылып сыға (1900). 

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке