МЕЛЬНИЦКИЙ Игорь Александрович (5.7.1958, Өфө), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (1984 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 1988 й. алып ӨДСИ‑ла (2000 й. алып дөйөм химия каф. мөдире). 2002 й. алып “Уфаводоканал” МУП‑ында. Фәнни хеҙмәттәре гетероциклик берләшмәләр химияһы, ғәмәли квант химияһы, аҙ концентрациялы һыулы эретмәләрҙең аналитик химияһы, һыуҙы әҙерләү технологияһы өлкәһендәге, һыуҙың тәбиғи һәм техноген бысратҡыстарын аналитик ысул м‑н контролдә тотоу һәм мониторингылау б‑са тикшеренеүҙәргә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Химия и технология ацеталей, ортоэфиров и их гетероаналогов. Реакции расщепления ацеталей и их гетероаналогов элементоорганическими соединениями. М., 1987 (авторҙ.) (Итоги науки и техники. Серия: Технология органических веществ; т.14). 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке