АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич [7.7.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 2.1.1972, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а.]. Советтар Союзы Геройы (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941—45 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 38‑се армияның 163‑сө уҡсылар див. 1318‑се уҡсылар полкы батальонының партия ойоштороусыһы лейт. А. 1943 й. 3 окт. Киевтан көньяҡҡараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Бишбүләктә йәшәй һәм эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Бишбүләктә А. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Ерошин А. Память солдатского сердца //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.