МЕЙӘС АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Мейәс й. һәм уның ҡушылдыҡтары Үрге һәм Түб. Ирәмәл, Ташҡутарған, Ҡара, Кейәлем һ.б. үрге ағымында урынлашҡан. 1798 й. алып Мейәс заводының шихмейстеры Е.И.Мечников алтын мәғдәне ятҡылығын (1797) асҡандан һуң эшләй башлай, һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү сәнәғәте 1823 й. башлана. Иң ҙур приискылар һәм рудниктар: Кузьма‑Демьяновка, Петропавловка, Степной, Ирәмәл, Ҡасҡын, Рождественский, Царёв- Александровск, Царёв‑Николаевск. Ҡаҙна приискылары һәм рудниктары Златоуст тау округына ҡараған, 1877 й. башлап “Граф Н.В.Левашов, И.К.Дараган һәм К° Мейәс алтын сәнәғәте ширҡәте” (һуңынан “Асташёв һәм К° Мейәс алтын сәнәғәте ширҡәте”) акционерҙар компанияһында ҡуртымда булған, 1917 й. һуң национализацияланған. Приискыларҙың бер өлөшө Троицк өйәҙе Ҡара‑Табын һ.б. улус башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, Ырымбур казак ғәскәре ерҙәрендә урынлашҡан. Петропавловка руднигы 1798 й., Царёв‑Николаевск, Ҡасҡын, Ҡарайылға приискылары — 1823 й., Царёв‑Александровск — 1824 й. эшләй башлай. 1877 й. Андреевка, Әтлән, Царёв- Александровск һәм Мулдаҡай дистанцияларында 44 прииск эшләгән. Царёв‑Александровск приискыһында (хәҙ. прииск торамаһы урынында Силәбе өлк. Ленинск ҡасабаһы) ауырлығы 0,4 алып 2,8 кг тиклем булған 52 саф алтын табылған. 1823 й. М.а.п. С.П.Татаринов төҙөгән суйын вашгерд, 1830 й. А.А.Агте машиналары (“Агте мискәһе”) ҡуйыла, 1836 й. амальгамалау ф‑каһы төҙөлә, 1837 й. ҡом ташыу өсөн тәүге тәгәрмәс юлдары һалына, алтын йыуыу машинаһы (1840) һәм П.П.Аносовтың (ҡара: Аносовтар) быу тирмәне (1844) индерелә. Йәмғеһе 1823—35 йй. — 410 бот, 1836—45 йй. — 477, 1846— 61 йй. — 756, 1877—1914 йй. 405 бот 24 фунт алтын табыла. 1837 й. М.а.п. 2072 кеше эшләгән, 1860 й. — 2626 кеше; тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, ялланған эшселәр, старателдәр хеҙмәте ҡулланылған. 1824 й. М.а.п. Александр I була. Хәҙер М.а.п. урынында “Южуралзолото” ААЙ‑ның (Силәбе өлк.), «“Башҡортостан алтын табыу компанияһы” ғилми‑производство фирмаһы» ЯАЙ‑ның (Учалы ҡ.) һ.б. пр‑тиелары эшләй.

З.И.Гудкова, Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.