МЕЗОЗОЙ (мезо... һәм гр. zōē — тормош), м е з о з о й э р а т е м а һ ы, м е з о з о й э р а һ ы, фанерозойҙың урта бүлексәһе. Эраның башы — 251 млн йыл, тамамланыуы — 65 млн йыл. Триас, юра һәм аҡбур системаларына (осорҙар) бүленә. М. хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы үҙгәрә: аммониттар һәм белемниттар, динозаврҙар эволюция кисерә, тәүге имеҙеүселәр барлыҡҡа килә, үҫемлектәр араһында яланғас орлоҡлолар, ә аҡбур осоронда — ябыҡ орлоҡлолар өҫтөнлөк итә. М. аҙағында динозаврҙар, умыртҡаһыҙҙарҙың күбеһе, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр юҡҡа сыға. БР‑ҙа М. ултырмалары фрагментар Урал алды бөгөлөндә һәм Магнитогорск мегасинклинорийында һаҡланған. Континенталь (триас, аҫҡы—урта юра, аҫҡы аҡбур), диңгеҙ яры буйы (өҫкө юра, аҫҡы аҡбур), диңгеҙ (өҫкө аҡбур) ултырма тоҡомдарынан һәм ашалыу ҡатлауы продукттарынан тора. Дөйөм ҡалынлығы 1 км тиклем. Ашалыу ҡатлауҙарында — окисланған мәғдәндәр (алтын, марганец, тимер, силикат никель‑кобальт) һәм минераль пигменттар, ултырма бассейндарҙа фосфориттар һәм яҙыу аҡбуры формалаша. Әҙәб.: Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000 (новая серия). Л.N40(41). Уфа: объясн. записка. СПб., 2002.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке