МЕЖЕНЬ, йылға режимы фазаһы, был осорҙа йылғала торғонлоҡ‑тотороҡло түбән кимәл һәм һыу сығымы кәмеүе күҙәтелә. Йыл әйләнәһендә йәйге‑көҙгө (ташҡындарҙың аҙағы — ҡышҡы осорҙоң башы) һәм ҡышҡы (һыу туңыу башы — ташҡындарҙың аҙағы) М. айырыла. М. ваҡытында йылғалар грунт һыуҙары м‑н туйына. Ғәҙәттә М. 10 көндән кәм булмаған аҙ һыулы ваҡытҡа тура килә. Республиканың ҡоро райондарында ямғыр яуғанда, ш. уҡ Ағиҙел й. басс. һул ярының бер өлөшөндә йәйге‑көҙгө М. осоронда һыу аҡмаһы күтәрелмәй, ә тау‑урман зонаһында һәм Өфө яйлаһында һыу кимәленең ҡырҡа һәм ҡыҫҡа ваҡытлы күтәрелеүе күҙәтелә. Башҡортостандың Урал алды йылғалары өсөн М. аҡмаһы йыллыҡ аҡманан 30–40%, Башҡортостандың Урал аръяғы йылғалары өсөн — 20–25% тәшкил итә.

В.А.Загорский

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.